Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» ҠОРОТ БАЙРАМЫ

20.06.2016, 13:18
ҠОРОТ БАЙРАМЫ


Районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төбәктә йәшәүсе халыҡтарҙың матур йолаларын, байрамдарын тергеҙеү, уларҙы заманлаштырып халыҡҡа еткереү өҫтөндә даими эш алып бара. Бөгөнгө һүҙебеҙ – Ҡорот байрамы тураһында. Бына инде нисәнсе йыл рәттән Һаҡмар Наҙарғол ауылы халҡы ҡоротҡа бәйле күркәм йола тергеҙҙе, ҡорот байрамы – ул ошо ауылдың бренд сараһы булып тора. Үткән шәмбе Һаҡмар Наҙарғол ауылы оҫтабикәләре Район баҙарында кипкән ҡорот, сейәле, ҡарағатлы, ҡурай еләкле, муйыллы ҡороттан күргәҙмә ойошторҙо. Аҡъяр ауылы халҡы, ҡунаҡтар тарафынан йылы ҡабул ителде ҡорот байрамы, улар үҙҙәренә оҡшаған ризыҡты һатып алып ҡыуанды. Хужабикәләр йәш ҡоротто йомғаҡлау, уны ылашҡа урынлаштырыу менән таныштырып үтте. Ҡыҙыҡһыныусылар төрлө һорауҙар биреп яуаптар алды. Ағы барҙың – туғы бар, ти халыҡ мәҡәле. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш йолалары бихисап. Уларҙы өйрәнәһе, тергеҙәһе генә бар. Изге ниәттәр тормошҡа ашһын, тағы ла матур, эстәлекле йолалар, байрамдар халҡыбыҙға әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала.
Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 779 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0