Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» Нуруз байрамы

22.03.2020, 07:53

Наурыҙ - мосолман халҡының иң изге, иң оло байрамдарының береһе. Уны яҙ мәлендә, көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә ҡаршы алалар. “Наурыҙ” һүҙе яңы йыл, яңы көн тигәнде белдерә.

22 март, урамда "Науруз" байрамы үткәрелде. Яҙ тураһында һынамыштар әйтеп, йомаҡтар сисеп, изге теләктәр әйтеү менән башланып китте байрам. Яҙ тураһында йырҙар башҡарыуҙа Рәшиҙә Сәйфуллина еңеүсе тип билдәләнде. Ике куплет яҙ тураһында матур шиғырҙы байрамда ҡатнашыусылар бергәләп ижад иттеләр.

Төрлө конкурстарҙа, уйындарҙа ололар ҙа, балалар ҙа һынатманы. Уйнап - бейеп, күңелле ял итеп, байрам сәйе менән һыйланып таралышты ауыл халҡы.

Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 12 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0