Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» " Науруз" байрамы

25.03.2018, 14:08

  Борон- борондан мосолмандар тормошта иң мөһим ваҡиғаларҙы ихлас күңелдән билдәләп үтә торған булған. Науруз байрамы ла шундай йолаларҙың береһе. "Науруз" - фарсы һүҙе, " яңы көн" тигәнде аңлата, төн менән көн яҙғы тигеҙләшкән осорона тап килә ул. Был байрам урамда йыр-бейеү, уйын- ярыштар, байрам сәйе ойошторола. Ил- йортҡа тыныслыҡ, ҡырҙарға мул уңыш, мал - тыуарға үрсем теләйҙәр. Бер-береһенә иң изге теләктәрен әйтәләр был байрамда.

   25 март Һаҡмар - Наҙарғол ауылында, урамда " Науруз" байрамы үткәрелде. Клуб алды дәртле музыка, балаларҙың шат тауыштары менән яңғырап торҙо. Ололарҙа ҡоймаҡ-бәлештәрен, бешергән тәмлекәстәрен алып байрамға сыҡты. Байрам алып барыусының Науруз байрамына арналған шиғыр юлдары менән башланып китте. Илгә именлек, хәйерле уңышлы йылдар, мал-тыуарға үрсем теләп, хәйер таратылып доға бағышланылар. Яҙ тураһында һынамыштар әйттеләр йомаҡтар ҡойҙолар , йыр - шиғырҙар конкурсы ойоторолды. Артабан төрлө уйын- ярыштарҙа ололар ҙа , балалар ҙа бик әүҙем ҡатнаштылар. Һәр уйын һайын еңеүселәргә бүләктәр таратылды. Байрамда иң отҡор, сөс, дәрле , тырыш ҡыҙ Гөлсәсәк Шәрипова Наурузбикә итеп һайланыла. Түңәрәк тирәләй Наурузбикә менән уйнап - бейеп , мул табын артында байрам сәйе менән күңелле байрам йомғаҡлана.

   

Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 86 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0