Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» Науруз

22.03.2017, 09:51

22 март Һаҡмар - Наҙарғол ауыл клубы урамында "Науруз" байрамы үткәрелде. Байрам ҡыҙҙарҙың "Науруз" байрамына арналған шиғырҙары менән башланып китте.

Төрлө уйындар, йыр - бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Байрамдың биҙәге, йәме Наурузбикә менән йомаҡтар систеләр, яҙ тураһында һынамыштар әйттеләр. Ә "Яҙ Йырҙары" конкурсында Рәшиҙә Сәйфуллинаға етеүсе булманы.

Шиғырҙар конкурсында Филюзә Акьюлова яҙ тураһында иң матур шығыр һөйләп ишеттерҙе. Т

өрлө уйындарҙа ("Йәшерәм яулыҡ", Күмер йөҙөк", "Сылбыр","Бүләк ал") актив ҡатнаштылар. Ололар ҙа, балалар ҙа байрам бүләге алып ҡыуандылар. Борлап ултырған самауыр янында сәй эсеү менән байрам тамамланды.

Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 529 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0