Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» Мөххәбәт - мәңгелек

14.02.2019, 08:46

Мөххәбәт! Бер уйлаһаң ябай ғына бер һүҙ. Мөххәбәт хисе һәр кемгә таныш, һәр кемдең күңеленә яҡын. Тик уның килеү ваҡыты төрлөсә, кемдер уның менән иртә осраша, ә кемдер һуң. Мөххәбәтле йөрәктәрҙә йырҙар тыуа, шиғырҙар ижад ителә.

14 февраль Һаҡмар - Наҙарғол ауыл клубында Ғашиҡтар көнөнә "Мөххәбәт - мәңгелек" тип исемләнгән кисә үткәрелде. Был кисәгә Үрнәк ауылынан да ҡунаҡтар саҡырылғайны. Ауылыбыҙҙың өлгөлө, актив ғаиләләре һәм Үрнәк ауылынан Гөлназ һәм Булат сәхнәлә төрлө ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ҡатнашты. "Иң тәмле һүҙ", "Йырҙы дауам ит", "Моя половина", "Гардероб", "Был минең һөйгәнем" конкурстары бик күңелле үтте.

Йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, талғын көйгә вальс әйләнеп кисә йомғаҡланды. Кисәлә ҡатнашыусы парҙарға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Сара байрам сәйе һәм дискотека менән тамамланды.

Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 22 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0