Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» Мәңге балҡы Башҡортостан

11.10.2018, 13:02

11 октябрь Һаҡмар-Наҙарғол ауыл клубы алдында Республика көнөнә арналған "Мәңге балҡы Башҡортостан" байрам сараһы үткәрелде. Ауыл халҡын байрамға саҡырып иртәнән музыка яңғырай. Йәрминкәгә йылы бәлештәр, тоҙло ҡыяр, помидорҙар, төрлө салаттар, тәмле ҡороттар һатыуға сығарылды. Кросста ололар ҙа һынатманы, йәштәрҙән ҡалышмай финишка килеп еттеләр. Самауыр сәйенә кинәнеп, ил-йортобоҙға именлек теләп, күңелдәре булғансы һөйләшеп байрам тамамланды.

Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 18 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0