Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» "Гүзәл заттар- донъя йәме"

08.03.2019, 12:44

 Яҙҙың ҡайнар һулышына бөтә тәбиғәт уянғанда, ойоп ятҡан йөрәктәребеҙҙе елкендереп яҙ килгәндә беҙ халыҡ- ара ҡатын- ҡыҙҙар көнөн билдәләйбеҙ. 7 март Һаҡмар- Наҙарғол ауыл клубында "Гүзәл заттар- донъя йәме" тип исемләнгән байрам сараһы үткәрелде.

 Байрамдың беренсе өлөшөндә "Йәгеҙ әле ҡатын-ҡыҙҙар!" КВН уйыны ойошторолды. Визиткала һәр команда үҙҙәре менән таныштырҙы. Юморға бай ҡатындарыбыҙ ҡыҙыҡлы көләмәстәр һөйләп тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Зауыҡлы, килешле кейемдәр кейеп мода күрһәтергә, сәхнәлә матур атлап йөрөгә лә оҫта улар. Пародия, интермедия, музыкаль өйгә эшкә лә ентекле әҙерләнеп сығыш яһанылар. КВН уйыны араһында бәләкәй ҡыҙҙар Сәриә һәм Гөлиә Фәйзуллиналар моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк иттеләр. Уйын аҙағында ике команда ла, " Замана ҡатындары" - " Дәрле ҡатындар" номинацияһында, ә "Гөлләмә" командаһы " Фантазияға бай ҡатындар" номинацияһында һәм ауыл хакимиәтенең махсус приздары менән бүләкләнде.

 Байрамдың икенсе өлөшө уңған ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ әҙерләгән байрам сәйе менән дауам итте. Күңелле йыр- бейеүҙәр менән байрам тамаланды.

   

Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 22 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0