Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» Беҙ яратҡан кинолар

19.04.2016, 07:25
Беҙ яратҡан кинолар


15 апрель Әбеш мәҙәниәт йортонда Кино йылына арналған Әбеш ауыл биләмәһе клубтары араһында “Беҙ яратҡан кинолар“ конкурсы үткәрелде. Конкурста кинонан өҙөктәр, йырҙар, бейеүҙәр әҙерләргә кәрәк ине. Һаҡмар Наҙарғол ауылы командаһы “Сәк-сәк” киноһынан өҙөк күрһәтте. Йыр конкурсында Ильзира Шәрипова “Пока станица спит” киноһынан “Любимая моя“ йырын бик оҫта йырланы. Бейеү конкурсында Гөлиә Шәрипова һәм Рима Юнысова “Свадьба малиновка” киноһынан Трандичиха бейеүен башҡарҙы. Коллектив номерҙа ауыл клубының “Ләйсән” бейеү коллективының “Танцуем джаз” бейеүе көслө алҡыштарға күмелде. Баһалама ағзаларының һөҙөмтәләре буйынса Һаҡмар Наҙарғол командаһы Гран- приға лайыҡ булдыҡ. Конкурс барыһына ла бик оҡшаны.
Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 571 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0