Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» Бәхетле бала саҡ

01.06.2015, 09:37
Бәхетле бала саҡ


1 июнь Һаҡмар Наҙарғол ауылында балаларҙы яҡлау көнөнә арналған “Бәхетле бала саҡ“ исемле балалар һабантуйы үткәрелде. Күтәренке кәйеф менән балалар билдәләнгән урынға йыйылды. Клуб мөдире Юнысова Эльвира апай балаларҙы байрам менән ҡотлап һабантуйҙы башлап ебәрҙе. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ике командаға бүленеп төрлө эстафателарҙа ҡатнашты. Һабантуйҙа бик күп ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ҡатыҡҡа башты тығып аҡса алыу, күҙ бәйләп приздар ҡырҡыу уйындары балаларға бигерәк оҡшаны. Шулай уҡ һәр бала үҙенең йыр-бейеүгә оҫталығын күрһәтте. Байрам аҙағында балалар файҙалы үлән ашы ашап, тәмләп сәй эсеп, Һаҡмар йылғаһында һыу инеп күп көс-дәрт алып таралыштылар.

Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: РДК
Просмотров: 681 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/1