Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сагитовский СК» Киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы

15.09.2015, 08:32
Киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы


Сәғит ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары башҡорт халҡының изге йолаларын, алтын ҡомартҡыларыбыҙҙы, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында туй йолаһы күренештәрен сәхнәләштереп күрһәтте. Йоланы киленде һыу юлына алып барыуҙан башланылар. Йәш киленгә һыу юлын уның бикәсе (ҡайынһеңлеһе) башлай. Ә инде һыу буйында ҡунаҡтарҙы күршеләре, ауылдаштары йыр - бейеү, өҫтәл тулы аш - һыу менән ҡаршы алалар. Барлыҡ ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып сәләмләү һүҙе әйткәндән һуң, артабан һүҙҙе оло инәйҙәрҙең береһе һыу юлы йолаһын үткәреү тураһында бер аҙ һөйләп үтте. Шишмәнән һыу алыр алдынан, инәйҙәре “Мине алма тәңкәне ал, киленде йотма мине йот” тиеп шишмәгә тәңкә ырғытып, киленгә изге теләктәрен еткерәләр. Еңгәйҙәр ҙә үҙ сиратында килен кешегә, килен булып төшкән ереңә таштай-ҡомдай бат тиеп изге теләктәрен теләй. Артабан олораҡ инәйҙәр мөнәжәт йырлайҙар.
Килен-килен киленсәк булма улай оялсан,
Ҡайныңды ла хөрмәт ит, ҡәйнәңде лә хөрмәт ит,
Ирең йоҡонан тороуға, аш-һыуыңды әҙер ит.
Артабан ҡунаҡсыл йортҡа барып йыуаса, килен һөйөү, түшелдерек һатыу, килен сәйе эсереү йолаларын боронғоса дауам итергә, күрһәтергә мөмкин.
Сәғит ауылында күп йәштәр ҙә никах ҡағыҙын теркәүҙе үҙ тыуған ауылында үткәреүҙе хуп күрә. Йәштәр өсөн төрлө уйындар, тәүге ғаилә вальсын бейеү ойошторола. Бөгөнгө көндә онотола барған туй йолаһын күреп йәштәр бик күп фәһем алғандыр тип уйлайбыҙ. Ошондай күркәм йолаларыбыҙ онотолмаһын, йәштәрҙең тормошонда бер тапҡыр ғына була торған һәм мәңге иҫтә ҡала торған йәшлек туйҙары матур хәтирә булып ҡалһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Категория: Сагитовский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 2343 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0