Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сагитовский СК» Көҙгө байрам

05.10.2018, 12:17

Тыуған илем, тыуған ерем – 
Минең Башҡортостаным. 
Тыныс булһын, имен булһын 
Көндәрем һәм ал таңым.

Башҡортостан Республикаһының үҙаллы булыуын, халыҡтарҙың бәхетле, ирекле бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ, көсөбөҙ менән генә булдыра алабыҙ. Рухыбыҙ, телебеҙ, һәм милләтебеҙҙе һаҡлар алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ. Шундай изге маҡсат менән йәшәй беҙҙең Сәғит ауылы халҡы. Ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, сара ойошторһаҡ та үҙ көсөбөҙгә таянып, үҙебеҙсә атҡарып сығырға тырышабыҙ.

1 окрябрь - Халыҡ-ара Өлкәндәр көнөн мәктәптә матур итеп ололарҙы тәбрикләп үттек. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың "Миләштәр" ансабле был сараны бик матур алып барҙы. Ә 3 октябрь алдан һөйләшелгәнсә, ир-аттар йыйылышып, кемеһе техникаһы менән, кемеһе көрәктәрен алып Новочеркасск - Сәғит юлына ремонт яһарға сыҡтылар.

Уларҙың был изге эшен урындағы телевидение төшөрөп алды. Халыҡ дәррәү булып яғыулыҡ өсөн аҡсаһын да йыйып бирҙе. Һәм бына бөгөн Республика көнөн үҙебеҙсә бик матур итеп билдәләп үттек. Иртә менән музыка яңғыраны, билдәләнгән урынға халыҡ йәрминкәгә ағылды. Кемеһелер һатып алды, кемеһелер үҙ тауарҙарын һатып бер аҙ аҡса эшләп алды.

Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ, бейеүһеҙ булһын инде. Каипова Земфира һәм Мәмбәтова Резеда әҙерләгән сәй өҫтәленән һәммәһе лә тәмләп сәйҙәр эсеп, йырлашып-бейешеп таралыштылар. Көндөң һалҡынайтып тороуына ҡарамаҫтан, урамға байрам күрергә сыҡҡан ауыл халҡы ҡәнәғәт булдылар.

Категория: Сагитовский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 18 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0