Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сагитовский СК» "Йәшә шишмә"

07.12.2017, 15:05

  Беҙҙең Сәғит ауылы экология йылына арналған "Йәшә шишмә" телепроектында  ҡатнашып, "Гран-при" яуланы. Был конкурста беҙ бөтә халыҡ менән теләп ҡатнаштыҡ. Ауылыбыҙҙа шишмәләргә бай. Шуларҙың береһе Ҡалтай шишмәһен мул һыулы, тәмле, шифалы булыуы менән дан тота, халыҡ шул шишмәнең һыуын күберәк ҡуллана. Тәүҙә шишмәне уратып үҫкән ҡайынлыҡты таҙартырға булдыҡ. Өмәгә 50-ләп кеше сыҡты. Был изге эшкә кесеһе лә, олоһо ла үҙ көсөн, өлөшөн индерҙе. Ир-егеттәр шишмәне бурап, ҡыйыҡлап ҡуйҙы. Таш, ҡом килтереп тирә яғын цемент менән бетонланылар. Ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр, мәктәп коллективы, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, йорт хужабикәләре ҡоймаларҙы буяп, шишмә тирәһен таҙаланылар. Сәскәләр, флажоктар менән биҙәнеләр. «Йәшә шишмә» байрамына бөтә ауыл халҡы йыйылды. Балаларҙың ауыл, тәбиғәт тураһындағы шиғырҙары, ҡыҙҙарҙың бейеүҙәре, ағинәйҙәрҙең йор һүҙҙәре бараһының да күңеленә хуш килде, байрам кәйефе булдырҙы. Был сараның маҡсаты үҫеп килгән йәш быуынға һыуҙың ерҙәге иң төп хазина икәнлеге, ауылыбыҙҙың башҡа шишмәләрен дә төҙөкләндереүгә ынтылыш тәрбиәләү булды. Сараны ойоштороусы һәм әүҙем ҡатнашыусы һәр бер ауылдаштың оло еңеүе ул. Байрам тәмле һый-ниғмәттәр менән һығылып торған өҫтәл артында самауыр сәйе эсеү менән дауам итте.

Категория: Сагитовский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 234 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0