Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сагитовский СК» Еңеүгә 70 йыл

11.05.2015, 09:50
Бөйөк Еңеүгә 70 йыл


6 май көнө Акъяр ауылында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур сара булып үтте. Байрам бер-нисә блоктан торҙо: һуғышҡа оҙатыу, һуғыш осоро, ял минуттары, әҙәби флешмоб һәм еңеү көнө Аҡъяр ауылы урамдарында бер-нисә урында күрһәтелде. Һуғышҡа оҙатыу осорон күрһәтеүҙә Сәғит ауылының һәүәҫкәр әртистәре лә ҡатнашты.
1941 йылдың эҫе июнь айҙары, ерҙә тыныслыҡ, бесән өҫтө ... Шул саҡ радионан бөтә халыҡ Левитандың көслө тауышынан ҡәһәрле һуғыш башланыуын ишетә. Барса халыҡ туҡтап ҡала ... Әсәләр иптәштәрен һәм улдарын һуғышҡа оҙатырға әҙерләнә ...
Һуғышҡа оҙатҡанда әсә изге улына бер телем икмәк тешләтеп, ҡалған киҫәген аҡ яулыҡҡа урап, улының һау-сәләмәт һуғыштан әйләнеп ҡайтыуын теләп һалып ҡуя. Ә инде өләсәһе үҙенең ейәненә тыуған еренең бер ус тупрағын моҡсайға һалып “Тыуған ереңдең тупрағы һине кире тыуған ереңә һау-сәләмәт тартып алһын” тип тапшыра ... 9 май көнө ошо уҡ театрлаштырылған мәҙәни сараны Сәғит ауылы халҡы ла бик яратып ҡараны.
Категория: Сагитовский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 690 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0