Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Первомайский СК» Велокарнавал

31.08.2015, 09:35
Велокарнавал


Йәйҙең матур бер көнөндә Первомайск ауылында кескәйҙәр өсөн велосипед ярышы үткәрелде. Был байрамға һәр бер бала үҙ велосипеды менән килде. Балалар үҙҙәренең оҫталыҡтарын йөрөп күрһәттеләр, шунан эстафетала икешәрләп ярыштылар. Малайҙар араһынан иң оҫта йөрөусе тип Жәйләув Алмаз табылды, ҡыҙҙарҙан Ниғәмәтова Әминәгә етеүсе булманы. Һәр еңеүсегә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Балалар был ярыштан көс-дәрт алып, ҡәнәғәтләнеп таралыштылар.
Категория: Первомайский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 618 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0