Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Первомайский СК» Мәрхәмәтле беҙҙен әсәйҙәр

08.03.2015, 19:57
Мәрхәмәтле беҙҙен әсәйҙәр


Первомайский ауылында 8 март ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Мәрхәмәтле беҙҙен әсәйҙәр” тип аталған матур байрам кисәһе үтте. Был байрам ҡатын-ҡыҙҙарҙы, әсәйҙәрҙе хөрмәтләү, уларға мәрхәмәтлек, һөйөү, ихтирам, ихтибар күрһәтеү маҡсаты менән үткәрелде. Байрам кисәһе Ә. Дауытов һүҙҙәренә яҙылған “Әсә күңеле” шиғыры менән башланып китте, артабан матур ҡотлау һүҙҙәре һәм концерт программаһы менән дауам итте. Байрам түрен әсәйҙәр биләп ултырҙы. Концерт программаһында йәш быуындан ҡалышмай ағинәйҙәр үҙҙәренең дәртле йырҙары һәм бейеүҙәре менән тамашысаларҙың күңелдәрен яуланы.

Категория: Первомайский СК | Добавил: РДК
Просмотров: 964 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0