Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Первомайский СК» Хәтер кисәһе

12.05.2016, 08:24
Хәтер кисәһе


7 май көнө Первомайский ауылында Хәтер кисәһе үткәрелде. Байрам ҡотлау һүҙҙәре һәм балалар әҙерләгән шиғырҙар менән тантаналы рәүештә асылды.
Һуғыш осоронда Беренсе Мырҙа һәм Аҫҡы ауылдарынан 55-ләп ир-егет һуғыш яланына оҙатыла, әммә тыуған яҡтарына 24 һалдат ҡына әйләнеп ҡайта, 31 һалдат-ауылдаштарыбыҙ сит илдә мәңгегә ятып ҡалды. Ҡәһәрле һуғыш фронт һыҙатында ғына түгел, илдең һәр ҡалаһында, һәр ауылында бара. Бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшә. Ауылдың һуғыш һәм тыл ветерандары, һуғыш осоро балалары үҙҙәренең тырышлыҡтары, сабырлығы, ҡыйыулыҡтары менән Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайттылар. Улар һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә.
Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ, аяҙ күгебеҙ, тыныс тормош, Тыуған илебеҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән ауылдаштарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алдыҡ, ауылдаштарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген бер минут тынлыҡта хәтерләнек. Хәтер кисәһенә килгән Көсәпова Зөһрә апай һәм Йомағолов Ришат ағай үҙҙәренең аталарын, инәйҙәрҙе, туғандарын, ауылдаштарын иҫкә алып, улар тураһында һөйләнеләр. Байрам артабан уҡыусылар һәм ауылдаштар тарафынан әҙерләнгән концерт менән дауам итте.
Категория: Первомайский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 740 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0