Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Первомайский СК» Күңел биҙәктәре

10.03.2016, 07:50

Күңел биҙәктәре

Яҙҙың ҡайнар һулышына бөтә тәбиғәт уянған осорҙа, ойоп ятҡан йөрәктәребеҙҙе елкендереп яҙ миҙгеленең иң күркәм байрамдарын тантана итеүгә Первомайский ауылында ҡатын-ҡыҙҙар, мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән «Күңел биҙәктәре» тигән кисәгә бөтә ауыл халҡы тиерлек йыйылды. Уларҙы күңелле йыр моңдары, зауыҡ менән биҙәлгән байрам залы ҡаршы алды.

Байрам кисәһен Вәлиева Рәсимә һәм Ниғәмәтова Дилә ҡотлау һүҙҙәре менән асып ебәрҙеләр һәм бай йөкмәткеле кисәне аҙағына тиклем алып барҙылар. Уҡыусыларҙың әсәйҙәргә бағышлаған шиғырҙары, «Өләсәйем», «Ҙур үҫтем инде», «Ерем, илем, телем» йырҙары менән осҡондар сәсрәтеп,өҙҙөрөп бейегән уҡыусыларҙың бейеүҙәре байрам кисәһенә йәм өҫтәне. Яҙғы йылы, наҙлы ҡояш нурындай, әсәйҙәрҙең сығышы бигерәк тә Йомагулова Фаниә һәм Аюпова Роза апайҙарҙың таҡмаҡтары, «Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк»тән алынған врач тигән интермедияһы, ҡатын - ҡыҙҙар төркөмө «Әхирәттәр» башҡарыуында «Батмус», «Беләҙек», «Яулыҡ» һәм Йомагулова Фәниә апайҙың «Бишбармаҡ» бейеүҙәре, «Әсәйемә» йыры тамашасыларҙың күңелен яуланы.

Ошондай кисә ойоштороусыларға ауылдың абруйлы хеҙмәт ветераны Йомағолов Ришат Минниғәзим улы, ата-әсәләр комитеты исеменән Тукушева Рәйсә Владимировна рәхмәт һүҙе белдерҙеләр һәм байрам менән ҡотланылар.

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы сәй табыны менән тамамланды.

Категория: Первомайский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 544 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 1.0/1