Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Первомайский СК» Ағинәйҙәр йыйыны

26.06.2015, 14:11
Ағинәйҙәр йыйыны


Йәй көнө тәбиғәт ҡосағы әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып тартып тора. Көн йылы, ер өҫтөнә ҡояш йылы нурҙарын һибә, сут-сут килеп ҡоштар һайрайҙар ... Ошо бер матур көндәрҙең береһендә Уфимск ҡасабаһының һәм Первомайск ауылының ағинәйҙәре бергәлешеп Кәкүк сәйенә сыҡтылар. Күмәкләп самауыр ҡайнаттылар, ҡаҙан аҫтылар. Иң тәүҙә инәйҙәр ямғыр яуһын өсөн теләк теләнеләр, береһенән береһе уҙҙырып йырҙар йырланылар, төрлө бейеүҙәр бейенеләр. Кәкүккә бағышлап Нурия инәй бик ҡыҙыҡ итеп, кешенең күңелен күтәреп кәкүк булып бейеп күрһәтте. Ойошторолған һынауҙарҙа ҡаушап ҡалманылар, төрлө уйындарҙа ҡатнашып күңелле ял итеп таралыштылар.
Категория: Первомайский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 688 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0