Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Перво-Мурзинский СК» Һултантимер ауылында ҡунаҡта

20.09.2018, 07:29

Милләттең рухиәт һағында торған вайымлы ағинәйҙәребеҙ халыҡ күңеленә ятмалы, үҙенсәлекле саралар үткәреп тора. Халыҡ календаре буйынса "Сөмбөлә" – әбейҙәр сыуағында үткәрелә торған көҙгө байрам. Был байрам һуңғы ваҡытта халыҡ араһында киң билдәләнә башланы.

Көҙҙөң матур, ҡояшлы көнөндә 1-се Мырҙа ағинәйҙәрен Йылайыр районы Һултантимер ауылы ағинәйҙәре ҡунаҡҡа – “Сөмбөлә байрамы” на саҡырҙы. Ағинәйҙәр беҙҙе йыр-моң менән ҡаршы алып,матур йөкмәткеле байрам күрһәтте. Күрше район ағинәйҙәре менән осрашып, эшләгән эштәр менән уртаҡлашып, киләсәк пландар тураһында һөйләштек, йырланыҡ, бейенек.

Осрашыу бик матур, мул байрам табыны менән тамамланды. Һултантимер ауылы ағинәйҙәренә ошондай байрам өсөн ҙур рәхмәт.

Категория: Перво-Мурзинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 14 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0