Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Перво-Мурзинский СК» “Теләк теләү”

14.07.2017, 09:43

  Йома - Ғәйет байрамынан да олораҡ көн. Был көндө ҡауышҡандар бәхетле була. Элек уны бик ололап үткәргәндәр. Бер - береһенә сәйгә йөрөгәндәр, ҡунаҡҡа саҡырышҡандар. Ултыра самауырым көйләй - көйләй үҙ көйөн. Һүнмәй самауыр. Эсәбеҙ тәмле йома сәйен! Иҫкә төшә тыуған яҡ, әсәй, бала саҡ, атай. Ауылдаштар. Эсәйек саҡырышып йома сәйен!

   Изге йома көнөндә 1- се Мырҙа ауылы ағинәйҙәре йолаһын тотҡан-хур булмаҫ тип “Теләк теләү” йолаһына йыйылды. Үҙебеҙгә һәм яҡындарыбыҙға ниндәй генә теләктә теләмәйбеҙ -юлға сығамы, бәпәй көтәме, яңы эшкә урынлашамы, йорт һаламы, тыуған көндәреме, ғүмер байрамдарымы...

  Һәр көнөбөҙ - “Хәйерле көн!” тип башланһа,”Тыныс йоко!” тамамлайбыҙ. Теләкте белеп теләргә ҡушылған. Теләктәр изге булһын, хәйерле булһын тип теләргә кәрәк. Халыҡта “Тели белһәң теләк-белмәһәң-имгәк, ”Бәхете менән килһен, ваҡыты менән китһен” тигән әйтемдәр ҙә бар. Бөгөнгө сарабыҙ Сания киленден йортонда уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Ул ғаиләһе менән яңы нигеҙгә күсте. Йома сәйен эсеп, йырлап-бейеп, күңелле ял итеп, ошо нигеҙҙә һөйөнөп, шатланып, киң ризыҡтар менән, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер итергә яҙһын- тип һәр беребеҙ изге теләктәр теләп таралыштыҡ.

Категория: Перво-Мурзинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 512 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0