Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Перво-Мурзинский СК» Әсә йылыһы - ҡояш йылыһы

26.11.2016, 09:02

1 - ce Мырҙа ауылында "Әсә йылыһы - ҡояш йылыһы" тип исемләнгән байрам ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙың, әсәнең уй - ниәте ғаиләһенең ҡотон арттырыуҙа, өйөн бөтәйтергә йүнәлгән, йөрәк йылыһын һалып, һәр ҡабымы шифа булһын тип һый -ниғмәт әҙерләйме - барыһы ла ире, балалары, яҡындары өсөн.

Әсә бәхете - балала. Ҡартлыҡ көнөндә үҙенә терәк, таяныс булырҙай балалар үҫтерә алған әсәләр оло хөрмәткә лайыҡ. Ундай әсәләр беҙҙең арала ла бик күп һәм уларҙы бөгөн беҙ байрамға саҡырҙыҡ.

Сара әсәйҙәргә бағышланған матур шиғырҙар,йыр,бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.Байрам матур,мул сәй табыны менән тамаланды. Ауыл ағинәйҙәре һәм мәктәп коллективы әҙерләгән байрам килгән ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Инәйҙәр үҙҙәренең изге теләктәрен уҡып,рәхмәт әйтеп, күтәренке күңел менән таралыштылар.

Категория: Перво-Мурзинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 445 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0