Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Перво-Мурзинский СК» Оло юбилей байрамы

17.03.2017, 22:44

1-се Мырҙа ауылында оло юбилейҙарын билдәләгән Ильясова Маһира һәм Рыскильдина Мәрьям инәйҙәрҙе 80 йәш тулыуҙары менән ҡотлап ағинәйҙәр менән байрам ойошторолды.

Ауыл биләмәһенән бирелгән бүләктәрен матур йома көнөндә сәй табыны әҙерләп тапшырылды.Юбилярҙарға ҡотлау һүҙҙәре әйтелде, Ниғәмәтова Алмабикә енгәй тыуған көндәре менән ҡотлап йыр йырланы.Бала саҡтары һуғыш осорона тура килһә лә, улар бер нимәгә лә зарланмай, үҙҙәренең тормоштарын яҡты хәтирәләр менән иҫкә алып. Бөгөнгө матур көндәргә ҡыуанып балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп йәшәйҙәр.

Инәйҙәргә алдағы көндәрендә лә иҫәнлектә-һаулыҡта тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Категория: Перво-Мурзинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 518 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0