Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Перво-Мурзинский СК» “Өләсәйҙә ҡунаҡта”

14.08.2015, 14:32
“Өләсәйҙә ҡунаҡта”


Был байрамға өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре менән йыйылды. Был байрамдын маҡсаты - балаларға башҡорт халҡының ямғыр теләү йолаһы менән таныштырып үтеү, уларға милли рух, халҡыбыҙға ихтирам тәрбиәләү. Йәйге каникул осоронда балаларға өләсәйҙәре менән бергә күңелле ял ойоштороу.
Өләсәйҙәр балаларға үҙҙәренең ырыуҙары, исламды ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттарҙың төрлө аллаларға табыныуҙары тураһында, Ямғыр аллаһы ла, Ҡояш аллаһы ла булғанын һөйләйҙәр. Ямғыр яуҙырыу, ҡояш сығарыу йолаларын өйрәтәләр:

Ямғыр яу, яу, яу!
Иген-бесән үҫ, үҫ!
Һыйырҙарға һөт булһын,
Батмандарға май булһын! -тип таҡмаҡлап та күрһәтәләр.

Өләсәйҙәр менән бергә сәй табынына саҡырыла. Сәй артына ултырғас тәүҙә сәйҙең ҡайҙан килеп сыҡҡанын, ниндәй сәйҙәр булғанын алып барыусы һөйләп үтә. Ә артабан аш-һыуға ҡағылышлы һәм сәйгә һалына торған шифалы үләндәр тураһында йомаҡтар сиселә. Өләсәйҙәргә шифалы - мәтрүшкә, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтарынан яһап сәй эсереп, унда ниндәй үлән һалынғанын белдек.
Балалар ярышып төрлө уйындар уйнаны, өләсәйҙәр матур йырҙар йырланы. Шулай уҡ физкультурниктар көнөнә балалар араһында вело ярыш үткәрелде. Байрам күңелле үтте.
Категория: Перво-Мурзинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 796 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0