Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Перво-Мурзинский СК» Хәрәкәттә-бәрәкәт

03.02.2019, 10:12

Һуңғы йылдарҙа скандинав йөрөү бик популяр булып китте. “Хәрәкәт үҙенең тәьҫире буйынса теләгән бер дарыуҙы алмаштыра ала, ләкин бер дарыу ҙа үҙенең сихәте буйынса хәрәкәтте алмаштыра алмай”- тигән француз табибы Пессо. Бушҡа ғына “Хәрәкәттә-бәрәкәт”-тимәйҙәр бит. 

Һәр кем үҙенсә хәрәкәтләнә. Берәүҙәр саңғыла шыуа, икенселәр велосипедта йөрөй, өсөнсөләр йүгерә. Быйыл 1- се Мырҙа ауылы ағинәйҙәре лә, улар Иҙрисова Сәлимә, Иҙрисова Мөнирә, Кинйәбаева Фәтхия енгәйҙәр, Йәнсәитова Зәкиә, Ниғәмәтова Фәймә, Ниғәмәтова Зимфира, Ниғәмәтова Лидия - скандинавса көн һайын бер сәғәт йөрөп килә.

Табибтар әйтеүенсә скандинавса йөрөү матдәләр алмашыныуын, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта. Тән мускулдарының 90% тирәһен эшләтә, калорияны ҙа ябай атлауға ҡарағанда ике тапҡырға күбрәк кәметә. Һәр кемдең һаулығы үҙенең ҡулында икәнде онотмаҫҡа ғына кәрәк. 

Категория: Перво-Мурзинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 11 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0