Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Перво-Мурзинский СК» Экологик өмә

28.04.2018, 13:14

  28 апрель көнөндә 1-се Мырҙа ауылында экологик өмә ойошторолдо. Ауылыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмағандар, эш ҡоралдарын тотоп, өмәгә ашыҡты. Күмәкләп ауылыбыҙҙың "баш коҙоҡ" тирәһен, ауыл мәсетенең тирә-яғын таҙарттыҡ. Йыйылған сүп-сарҙы ,ҡороған ағастарҙы Ниғәмәтов Наил менән Ниғәмәтов Фаил тракторҙары менән түгеп торҙо. "Күмәкләгән яу ҡайтарған"- тип белмәй әйтмәйҙәр шул,һәр кем эшләгән эшләреннән ҡәнәғәт булып таралышты. Өмәлә ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

   

Категория: Перво-Мурзинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 87 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0