Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Перво-Мурзинский СК» Ҡамыр байрамы

03.11.2016, 07:46

1-се Мырҙа ауылында "Ҡамыр байрамы" уҙғарылды. Башҡорт халҡы борон-борондан ҡамыр аштары әҙерләргә оҫта булған. Бер үк ҡамыр ашының әллә нисә төрөн бешергәндәр. Мәҫәлән: ИКМӘК - әсе икмәк, сөсө икмәк. Сөсө икмәкте башҡорттар майға баҫып, көлгә күмеп бешергәндәр. Йомортҡа ҡушһаң икмәк тиҙ иҫкерә, ә сөсө икмәкте оҙон сәфәргә сыҡҡан юлаусыға биргәндәр. Уның аш-һыуы ла башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән. Беҙҙә уҙгарылған бер байрамды ла, туйҙарҙы ла ҡамыр ашларһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.

Беҙ байрамда, килгән ҡунаҡтарға, төрлө ҡамыр аштары: сәк-сәк, сөсө икмәк, ҡабартма, сөсө ҡоймаҡты нисек бешереү серҙәре менән уртаҡлашып шиғырҙар һөйләнек, бишбармаҡты нисек бешереү серҙәрен таҡмаҡ итеп әйттек, аш-һыуға бәйле йомаҡтар систек. Төрлө ҡамыр аштарыннан һәм балаларҙың тоҙло ҡамырҙан эшләгән ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолды.

Ғөлъямал апайҙың "Бишбармаҡ бейеүе ҡунаҡтарҙы тағы ла дәртләндерҙе. Мәктәп уҡыусыларының йырҙары, бейеүҙәре бигрәк тә, М.Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре буйынса эшләнгән "Ҡалас" инсценировкаһы байрамға йәм өҫтәне.

Категория: Перво-Мурзинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 617 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0