Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Мало-Арслангуловский СК» Науруз байрамы

24.03.2017, 09:38

Бәләкәй Арыҫланғол ауылында 24 март "Науруз" байрамы үтте. Матур яулыҡтар ябынған ағинәйҙәр, шат йөҙлө ауыл ҡатындары, балалар урамға байрамға йыйылды. Тәмле ризыҡтар теҙелгән өҫтәл янында көлөшә - көлөшә байрам сәйенән эстеләр. Төрлө ырымдар, йомаҡтар ҡойоп "Наурузбикә" һайлап үттек.

Иң күп дөрөҫ яуап биргәне Ласынова Клара апай булды, уны йылдың "Наурузбикәһе" булды. Ул теләктәр әйтте, йылдың нисек килерен юрағандан һуң барыһы ла сыбыҡҡа таҫмалар бәйләп теләктәр әйтте. Наурызбикәне уратып таҡмаҡлы бейеү бейенек.

Һуңынан төрлө халыҡ уйындары: "Йомортҡа һалынған ҡалаҡ менән йүгереп ярышыу, "Әтәстәр алышы", "йүгереп ярышыу", "этешеү", парлы бейеү, "көршәк ватыу" уйындарында әүҙем ҡатнаштылар. "Килегеҙ беҙҙең яҡҡа", "Йәшәргә лә әле йәшәргә", "Әссәләмәғәләйкүм" йырҙарына флешмоб яһалды. Байрам барыһына ла хуш килде.

Категория: Мало-Арслангуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 421 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0