Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Мало-Арслангуловский СК» Мастер- класс

10.04.2018, 09:22

  Бөрйән районы оҫтабикәләре балаҫ һуғыу оҫталығын камиллаштереү маҡсатында Вәзәм ауылына "Вәзәм шәле" халыҡ клубы менән осрашыуға килделәр, Вәзәм шәлселәре станокта балаҫ һуғыу буйынса мастер- класс күрһәтте. Епте оҙатыу, көрөҫкә, тараҡҡа теҙеү, ҡороп, нығытыу нескәлектәренә өйрәттек, кәңәштәр еткерҙек. Дуҫлыҡ ебе артабан да ошолай ишелеп барыр тип өмөт менән хушлашып, Риф Сурин эшләгән станокты алып, балаҫ һуғырға ептәр теҙеп, теүәлләп юлға сыҡтылар. Ҡунаҡтарға бәләкәй генә сувенир- һуғылған балаҫ тапшырҙыҡ иҫтәлеккә. Уңыштар һеҙгә, Бәрйәндәр!

   

Категория: Мало-Арслангуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 74 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0