Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Мало-Арслангуловский СК» Күңелле ял минуттары

05.12.2018, 14:27

3 декабрь, күңелле көн булмаһа ла хәлдәре еңел булмағандарҙың бер аҙ күңелдәрен күтәрергә, күңелдәрен күрер кәрәк, тип Бәләкәй Арыҫланғол мҙәниәт йортона сәләмәтлектәре сикләнгән ауылдаштарҙы ял минуттарына йыйып алдыҡ. Улар өсөн "Күңелле һорауҙар", "Көйҙө таны", "Мәҡәлде дауам ит" исемле интеллектуаль уйындар,"Шаян шиғырҙар" уҡылды, ауыл, мәҙәниәт йорто тормошо менән таныштырыу ойошторолдо. Шулай уҡ ил яңылыҡтары тураһында әңгәмәләр алып барылды. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, тәмле сәйҙәр эсеп әңгәмәләшеп ултырғандан һуң, "алла бирһә киләһе йыл да осрашырға яҙһын", тип таралыштылар.

Категория: Мало-Арслангуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 14 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0