Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Мало-Арслангуловский СК» Яҙғы моңдар

03.04.2021, 18:47

3 апрель Вәзәм ауылы клубында "Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек" йылына, 1 апрель көлкө көнөнә арналған "Яҙғы моңдар" исемле матур концерт ҡуйылды.

Залда буш ултырғыстар ҡалманы, 85 тамашасы концерт ҡарарға йыйылды. "Мәрйен" вокал, "Ынйы" бейеү, Ағинәйҙәр коллективтары, Илсур Хунафин, Ильяс Сурин, Искәндәр Байгильдин, Илүзә Хунафина, йәмғеһе 22 һәүәҫкәр әртис, матур йыр-бейеүҙәр бүләк итте ауылдаштарына. "Пульт", "Мәрйә", "Әбейҙәр" инсценировкалары сәхнәләштерелде, "Косилка-молотилка", "Бер йәшлектә, бер картлыкта" музыкаль сыгыш, "Әхирәттәр", Тыпырҙак", "Рекурттар бейеуе", "Сая егет" кеүек матур, дәртле бейеүҙәр моңло йырҙар менән үрелеп барҙы, ауылдаштарын ял иттерҙеләр.

Һәүәҫкәр әртистәргә һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйем! Төрлөбеҙ төрлө өлкәлә эшләһәк тә, бергә ял итә беләбеҙ! Афариндар! Сәләмәт булайыҡ!

Категория: Мало-Арслангуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 15 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0