Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Мало-Арслангуловский СК» Башҡорт шәле

07.11.2016, 08:27

3 ноябрь Вәзәм ауыл клубында брендлы сара "Башҡорт шәле" байрамы үтте. Бәйләнгән, һуғылған шәлдәрҙең, дебеттән бәйләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторолдо, ауылдаштар әүҙем ҡатнашты. Һуҡма шәлдәрҙән ҡатын-ҡыҙҙар мода күрһәтеп, хәҙерге заманға ярашлы итеп шәлде биҙәү, ябыныу ысулдарын күрһәттеләр.

Байрамда башҡорт шәленең хәҙерге көндә, элегерәк нисек булыуы, һатылыуы, бәйләүе, яңы алымдары, дебетле кәзәләр тураһында оҫта шәлселәр менән аралашыу булып үтте. Ҡул орсоғонда, аяҡ орсоғонда иләү, һоҫаға еп урау кеүек ярыштар үткәрелде.

Ә инде байрамдың барышы театрлаштырылған тамаша итеп эшләнеп барҙы. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары элек нисек шәлде баҙарға алып барып һатыуы тураһында бырған тамаша барыһына ла хуш килде. Байрам шәл тураһында таҡмаҡтар, бейеүҙәр, балаларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.

Шәлселәр араһында I урын - Ласынова Клара, II урын - Мусина Зәкиә, III урын - Сурина Миңзәләгә бирелде. Шулай уҡ ҡул, аяҡ орсоҡтарында иләп ярышыуҙа еңеүсе Сурина Сәғиҙә, Сурина Райхана, Ибрагимова Миңзифа, Сайфуллина Райхана, Ласынова Клара, Сурина Нурсияларға бүләктәр тапшырылды.

Шәл конкурсында ҡатнашҡандары өсөн Сурина Фәнүзә, Кунакасова Ғильминур,Сурина Рахана апайҙарға ла ауыл хакимиәте башлығы Юнысов Таһир Мөғлитдин улының иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Байрамдан дәрт, яңы идеялар менән таралышты тамашасылар.

Категория: Мало-Арслангуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 602 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0