Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Исянгильдинский СК» ТЕЛЕҢДЕ ЙОТОРЛОҠ ҠАРҒА БУТҠАҺЫ

02.06.2016, 08:41
ТЕЛЕҢДЕ ЙОТОРЛОҠ ҠАРҒА БУТҠАҺЫ


Ошо көндәрҙә Иҫәнгилде ауылында ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге «Ҡарға бутҡаһы» йолаһы утте. Ул Иҫәнгилде ауылының клуб мөдире Әлфирә Айытбаеваның, ауыл ағинәйҙәренең, Сиҙәм ҡасабаһы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең әүҙемлеге һәм берҙәмлеге менән ойошторолдо. Йола буйынса, иң алда балалар ағасты биҙәп төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡ, ҡулъяулыҡ бәйләп алдылар, ауыл урамдары буйлап куршеләрҙән ҡот та йыйырға өлгөрҙөләр. Таҫмалар бәйләгән ваҡытта теләгән яҡшы теләктәр, изге хыялдар тормошҡа аша, тип ағинәйҙәр балаларҙы өйрәтеп алды. Балалар ҡот йыйып йөрөгән арала төрлө ярманан бешерелгән тәмле ҡарға бутҡаһы ла өлгөрҙө. Бындай танһыҡ, телде йоторлоҡ ризыҡты балалар ҙа, ағинәйҙәр ҙә маҡтай-маҡтай ауыҙ итте. Бутҡа ашап, сәй эсеп барыһы ла боронғо уйындарҙа – “Арҡан тартышыу”, “Тоҡ кейеп йүгереү”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Ҡалаҡҡа йомортҡа ҡабып йүгереү”, туп менән уйнауҙа бик әүҙем ҡатнаштылар. Ә “Наза”, “Аҡ ҡайын” күмәк бейеүҙәре бер кешене лә ситтә ҡалдырманы. Өлкән апай-инәйҙәр таҡмаҡ әйтеп, йырлап-бейеп күңел астылар. Сафия инәй барыһына ла үҙе сығарған йыр йырлап ишеттерҙе. Йырлап-бейеп күңел асып алғас балалар тәмле бутҡанан ҡарғаларға ла ағас төптәренә, ергә, үләнгә мул өлөш һалып сыҡтылар. Байрам аҙағында балалар үҙ һамаҡтарын һамаҡланылар:

Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар!
Ишетәһегеҙме, ҡарғалар!?
Баҡсаларҙа алмағас,
Ҡорой, ямғыр яумағас.
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар,
Беҙ тағы ла китәбеҙ.
Йыйылышып, һыйланығыҙ,
Ямғыр, яу, тип теләгеҙ!
Категория: Исянгильдинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 637 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0