Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Исянгильдинский СК» Шәжәрә байрамы

29.07.2017, 13:01

 29 июль Иҫәнгилде ауылында көтөп алған Шәжәрә байрамы үтте. Быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡты нығытҡан, нәҫел тармаҡтарын барлаған байрамға халыҡ әүҙем генә йыйылды. Байрам урыны итеп йәмле Ҡымыҙный аҡланы һайланып алынғас, беҙ бер юлы ҡоҙоҡто тәртипкә килтереү тураһында һөйләшеп, "Тере шишмә" акцияһына ҡушылдыҡ.

 Күп йылдар элек Иҫәнгилде ырыуы ошо ерҙә төйәкләнгән, тамырланған, дан алған. Бында усаҡ яҡҡан, ҡаҙан аҫҡан, кендек ҡырҡҡан, балалар үҫтергән, ошо ерҙәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлап яу сапҡан. Иҫәнгилде ауылының һәр шишмәһе, ташы беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тураһында һөйләй. Һәм беҙҙең дә йырҙарыбыҙ,эшләгән эштәребеҙ ошо тауҙарға, таштарға һеңеп ҡаласаҡ.

 Шәжәрә байрамына төрлө тарафтарҙан туғандары менән яҡыныраҡ танышырға, күрешергә ашҡынып ҡайттылар. Ауылдың имамы Ринат Антипов аҙан әйтеп байрамға фатиха биргәс, Сиҙәм ауылы хакимиәте башлығы Ольга Федоровна Попова байрам менән ҡотлап сығыш яһағандан һуң, Телебеҙ-башҡорт, Ырыуыбыҙ-Бөрйән, Ҡошобоҙ - Ҡарсыға, ағасыбыҙ - Имән, Ораныбыҙ - Бойһонғар, Тамғабыҙ - Яғылбай һүҙҙәре менән байрам башланып китте.

 Айытбаевтар ырыуы ҡыҙы, ауылыбыҙҙың һәм районыбыҙҙың ғорурлығы, Гөлфиә Хәләфетдинова байрамды "Әссәләмәғәләйкүм!" йыры менән башлап ебәрҙе. Артабан сәхнәгә бер-бер артлы Иҫәнгилде ҡарттың тере вариҫтары күтәрелеп, ҡор баштары таныштырып барҙы. Һәм һәр ырыу, ара матур сығыштар менән байрамды биҙәне. Артабан байрамды йомғаҡлау өсөн ойоштороу комитетына һүҙ бирелеп һәр бер ырыуға шәжәрәләрен төҙөүгә ҡарап баһа бирелде. Һәйләгәнде барлап,үткәндәрҙән һабаҡ алып,киләсәкте уйлап йәшәргә кәрәк. Быуындар араһында бушлыҡ булмаһын,у лдарыбыҙ өйләнһен,ҡ ыҙҙарыбыҙ кейәүгә сыҡһын,ғ аиләләр тарҡалмаһын! Шул саҡта ғына тормошобоҙ күркәм, мул һәм мәрхәмәтле булыр. Нәҫел ағастарыбыҙ тармаҡланһын, туғанлыҡ ептәре, быуындар сылбыры мәңге өҙөлмәһен!

 Иҫәнгилде шәжәрәһенең бөгөн өр - яңы бите яҙылыр! Байрам мөбәрәк,табын түңәрәк булһын!! Ҡәҙерле туғандар, хөрмәтле ҡунаҡтар, балалар һеҙгә таҙалыҡ, бәхет теләйбеҙ! Байрамды ойоштороуҙа һәм әҙерлек эштәрендә ҡатнашыусыларға, ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ беҙҙең ауылдың яратҡан йырсыһы Йәнтеш ауылы егете Азат Искужинға, алып барыусы Люция Фәйзуллинаға ҙур рәхмәт, уларға таҙалыҡ. бәхет, уңыштар теләйем. Артабан байрам аш-һыуға мул табында ,йыр-моң аҫтында кискә тиклем күңелле дауам итте. Ҡискеһен клубта "Дискотека -80" булды. Барыһына ла байрам оҡшаны.

Категория: Исянгильдинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 264 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 3.0/1