Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Исянгильдинский СК» "МИСС ПЫШКА"

08.03.2018, 12:14

   Ҡатын-ҡыҙ–ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө әсәй хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған. Һеҙҙең тормошоғоҙ яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ, мөхәббәт, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм иғтибары менән тулып,йөҙҙәрегеҙ йылмайыуҙан яҡтырып, гел нурҙар сәсеп торһон!!!! 

  7 март көнө Сиҙәм мәҙәниәт йортонда үткән "МИСС ПЫШКА" бәйге-ярышта иң әүҙем һәм ҡыйыу килендәребеҙ Эльвира Зәйнәғәбдинова һәм Әлфинә Байгилдина әүҙем ҡатнашып 2 урын яулап ҡайттылар.    

   Өләсәйҙәр өсөн мәктәптә байрам сараһы ойошторолһа, килендәр һәм ҡәйнәләр өсөн 8 март көнө ауыл клубында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ял кисәһе булып үтте. 2 командаға бүленеп тапҡырлыҡта,зирәклектә,ҡул эштәренә оҫталыҡта көс һынанылар.Һәр командаға бүләктәр тапшырылды,айырым" тамашасы һөйөүе "тигәндәре лә булды.Байрам сәй табыны һәм күңелле бейеүҙәр менән тамамланды.

Категория: Исянгильдинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 93 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0