Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Исянгильдинский СК» Йыһаншиндарҙың "Алтын туйы"

26.10.2016, 07:31

Алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөндә бер - береһен ихтирам иткән, һөйгән, тормош мәшәҡәттәрен, ауырлыҡтарын еңеп сығып, бер – береһенә терәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүсе, алтын туйынан муллыҡ туйына аяҡ баҫыусы Зифа һәм Ғәбделмөрит Йыһаншиндарҙың татыу ғаиләһен ошо матур байрамдары менән ҡотлау өсөн Иҫәнгилде ауыл клубында уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, ғаилә дуҫтары йыйылды.

50 йыл,әйтеүе генә анһат Ярты быуат ғүмер бергә. 50 йылдың дүрт миҙгеле: ҡарлы- буранлы, ҡаты һыуыҡлы 50 ҡышын, ләйсән ямғырлы, бөрөгә тулышҡан, ынйы сәскәле 50 яҙын, емеш-еләкле, көмөш һыулы, хуш еҫле 50 йәйен, 50 алтын көҙөн бергә ҡаршы алып бергә үткәндәр, 50 йыл иңде - иңгә терәп ғүмер итеүсе Ғәбделмөрит олатай менән Зифа инәйгә ҡалған ғүмерҙәрен дә именлектә, ныҡлы һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа бергәләп йәшәргә яҙһын, тигән теләктәр теләп, бүләктәр менән бергә йырлы – моңло сәләмдәрен дә еткерҙеләр.

Категория: Исянгильдинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 587 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0