Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Исянгильдинский СК» Яңы йыл байрамдары

10.01.2016, 07:18

Яңы йыл байрамдары

Ниһәйәт, олоһо ла, кесеһе лә көтөп алған Яңы йыл яҡынлашыу менән балалар баҡсаһы, мәктәп, ауыл клубының түренә урман ҡупшыҡайы шыршыҡай инеп урын алды. Бер-бер артлы ауылда байрам кисәләре булып үтте. Иҫәнгилде ауыл клубы ла ремонттан һуң яңы төҫ алып эш башланы.

30 декабрь иртәнге сәғ. 11.00 кескәйҙәрҙең шат тауыштары менән тулды. Улар көтөп алған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға йырҙар йырлап,бейеп,шиғырҙар һөйләп тәмлекәстәр менән һыйландылар.Барыһы ла бүләктәр менән күстәнәстәр алып ,ҡыуанышып таралыштылар. Ә кискеһен шыршы янында өлкәндәр өсөн “Бал-Маскарад” булды.Халыҡты етеп килгән Яңы Маймыл йылы менән ҡотлағас,жюри ағзаларын сәхнәгә саҡырҙыҡ. Байрамды “Юғалған быймалар” исемле театрлаштырылған сценарий менән башлап ебәреү отошло булды. Маскалар Ҡарһылыу менән бергә, күңелле итеп Ҡыш бабайға быймаларҙы эҙләп тапҡас - ысын байрам башланды. Кисә барышында “музыкаль таяҡ “уйыны уйнап алдылар,гармун көйҙәренә шыршы тирәләй йырлап,бейенеләр. Ә жюри костюмдарға тейешле баһа биреп, урындар билдәләне һәм бүләктәр бирелде. Быйылғы спонсорҙарҙы ла әйтеп үтәйек - ауылдың шәхси эшҡыуарҙары М.З.Иҫәнгилдина, Р.С.Галина, М.И.Бүләкароваларға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ декабрь айының юбилярҙарына ла Ҡыш бабайҙан бүләк эләкте. Кисә һуңында уйындар уйнатылды, дискотека уҙғарылды. Артабанғы байрам көндәрендә лә йәштәр өсөн дискотекалар – 2,5,6.  

10 ғинуар көнө Карамалы ауылының “Шатлыҡ” театр коллективы Р.Назарғолованың “Кәләш алам әле” исемле пьесаһы буйынса спектакль ҡуйҙы, өлкәндәр өсөн “Дискотека -80х” үткәрелде.

Категория: Исянгильдинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 1476 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0