Главная » Файлы » Сельские клубы (И-П) » Исянгильдинский СК» "Айыҡ туйҙар аша - айыҡ тормошҡа"

02.05.2017, 13:19

“АЙЫҠ ТУЙҘАР АША - АЙЫҠ ТОРМОШҠА” ИҪӘНГИЛДЕ АУЫЛЫ.

  Бына быйыл беҙҙең Иҫәнгилде ауылында тағы ла бер “Айыҡ туй” булып үтте. Был яуаплы аҙымды яһарға батырсылыҡ иткән йәштәребеҙ -Баймаҡ районы Буранбай ауылы һылыуы Рәсимә Ҡарасурина менән Хәйбулланың Иҫәнгилде ауылы егете Заһир Байгилдин. Ғаиләнең беренсе байрамын араҡыһыҙ үткәрергә, тигән уйға бер¬гәләп килдек,тиҙәр. Атай-әсәйҙәр, туғандар ҙа был ҡарарға бик тә ҡыуан¬ды.

  Туй ике көн буйы гөрләп барҙы. Тәүҙә Сибай ҡалаһындағы мәсеттә никах уҡытып, ҡулдарға пар балдаҡтар кейгәндән һуң, байрамыбыҙ боронғо йолаларға ярашлы үтте: ҡоҙаларҙы ҡаршы алыу,ҡыҙ оҙатыу, бил сисеү, һыу юлы күрһәтеү, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, бикәс-ҡәйнештәргә бүләк таратыу – бары¬һы ла шартына килтерелде.Уйын-көлкө,мәрәкәләшеү менән үрелеп барған байрам һиҙелмәйенсә үтте. Айныҡ кешеләрҙең аралашыуы ла ҡыҙыҡлыраҡ, күңелле¬рәк, мәғәнәлерәк. Эсмәйенсә аралаш¬ҡан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа бер-береһен яҡшыраҡ аңлай, нығыраҡ танышып өлгөрә.Ҡунаҡтар ҡәнәғәт булып, матур фекерҙә таралышты. Эскән кешенең һөйләгәнен тыңлағансы, айныҡ баштан, ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәр фәһемле лә, ышаныслы ла, ҡөҙрәтле лә яңғы¬рай. Айыҡ туй күңелдәрҙе сафландыра, ғаилә нигеҙен дә нығыта, тип уйлайбыҙ. Бөтә бәләләрҙең, боҙоҡ¬лоҡтоң башы – эскелектә, тип өйрәтә бит динебеҙ. Айыҡ туй үткәреү – айыҡ тормошобоҙҙоң инеше. Айыҡ тормош алып барыу – ғаилә татыу-лығы, балаларыңдың тыныслығы, өйҙөң ҡото ла ул.

 Яңы ғаилә ҡороусы парҙарға ғаилә бәхете, имен тормош, инсафлы, иманлы балалар теләйбеҙ. Айыҡ тормош – сәлә¬мәтлек нигеҙе, балаларыбыҙға үҙебеҙ¬ҙең үрнәк икәнде онотмайык, йәштәр! Ғаилә бәхете гөлләмә һымаҡ бик күп өлөштәрҙән тора, туйҙың нисек үтеүе лә уға үҙ йоғонтоһон яһайҙыр, тип уйлайым. Айыҡлыҡ араҡынан баш тартыуҙы ғына билдәләмәй, ә яҙмышың өсөн үҙең яуаплы икәнде аңлауҙы, үҙеңде заман һәм йәмғиәт көсләп таҡҡан ҡалыптарға өнһөҙ хеҙмәт иткән ҡол итеп түгел, башың менән уйлап, ым¬һындырғыс булһа ла, алдаҡҡа, яһалмалыҡҡа ҡоролған, зыян итерҙәй ҡә¬лебтәрҙән баш тарта алыуҙы, донъяға аныҡ ҡарашты, иң мөһиме, үҙеңә ху¬жа булыуҙы ла күҙ уңында тота. Айыҡ булыу – ихтыярлы һәм көслө булыу! Үҙенә хужа булған кеше генә ерен дә, рухиәтен дә һаҡлай һәм сәскә аттыра алыр. Һәр еребеҙҙә лә ошондай маҡсатлы, аҡыллы йәш¬тәребеҙ күберәк булһын ине. Ә беҙ бөгөн иманлы, тәүфиҡлы, аҡыллы йәш парҙарға Рәсимә һәм Заһир Байгилдиндарға ҡорған ғаиләләренең ҡотло һәм бә¬рәкәтле булыуын теләргә генә ҡала! Рәхмәт һеҙгә, ҡыйыу йәштәр!!!

Категория: Исянгильдинский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 262 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0