Главная » Файлы » Сельские клубы (А-В) » Валитовский СК» I район мөнәжәтселәр бәйгеһе

18.11.2016, 14:03
I район мөнәжәтселәр бәйгеһе.

18 ноябрь, Вәлит ауыл клубында, брендлы сара, I район мөнәжәтселәр бәйгеһе үткәрелде. Сарала районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән бәйгеселәр ҡатнашты. Араларында тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыусылар ҙа, бығаса төбәк-ара бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар ҙа булды.

Был байрам халҡыбыҙҙы иманға яҡынлаштырыу һәм тәрбиәләү сараһы булып тора. Иман һүҙе шуны аңлата: И-изгелек М-матурлыҡ А-аҡыллылыҡ Н-Намыҫлыҡ. Был турала төплө итеп ауыҙ-тел ижады буйынса һәм донъяға ҡараш буйынса нисек икәнлеген яҡтыртып, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады методисы Ишемғолова Миңзифа Ибраһим ҡыҙы һөйләп үтте.

Мөнәжәт ул, күләме буйынса ҡыҫҡа булһа ла, күп мәғәнәле, доняның бөтөн байлығын үҙ эсенә алған әҫәр ул. Мөнәжәтте уҡыған ваҡытта, халҡыбыҙҙың тормошо, уй-кисерештәре, хыялдары тере булып күҙ алдына баҫа. Байрамды Сибай ҡалаһында үткән асыҡ мөнәжәттәр бәйгеһе лауреаты Ниғәмәтова Флүрә Исмәғил ҡыҙы «Йома» мөнәжәте менән башлап ебәрҙе. Барыһы егерменән ашыу ҡатнашыусынан торған бәйге бер нисә сәғәт дауамында барҙы.

Гран прины Иҫәнгилде ауылынан, Сафия Хәләфитдинова яуланы, ул үҙе ижад иткән «Ҡылайыҡсы доғалар» мәнәжәте менән сығыш яһаны.

Байрам аҙағында бейеүсе ҡыҙҙар тарафынан әҙерләнгән «Йома сәйе» бейеуен башҡарып ҡунаҡтарҙы сәй табынына сакырҙылар.Табын артында, сараны ойоштороусыларға, килгән ҡунаҡтарға оло рәхмәтәрен белдереп, был осрашыу һуңғыһы булмаһын тип, күрешеп торайыҡ тигән изге ниәттә хушлашып таралыштылар.

Категория: Валитовский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 429 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0