Главная » Файлы » Сельские клубы (А-В) » Больше-Арслангуловский СК» “Ололар көнө - оло байрам”

02.10.2015, 13:52
“Ололар көнө - оло байрам”
1 октябрь Оло Арыҫланғол ауылында ололар көнөнә арналған “Ололар көнө - оло байрам” исемле сара утте. Беренсе өлөшөндә ауылыбыҙҙың уңған инәй-олатайҙарҙы юбилейҙары, улар йәшәгән күркәм йорттарына төрлө номинацияларҙа ҡотлауҙар менән берлектә концерт номерҙары ҡуйылды. Был байрамда «Шатлыҡ» вокал төркөмө, «Гөлнәзирә» бейеү коллективы актив ҡатнашты, шулай уҡ ауылдың хеҙмәт ветерандары Рәшит Исканъяров, Гөлдәр Аскаровалар үҙҙәренең моңло йырҙарын бүләк иттеләр. Икенсе өлөшө инде байрам табыны һәм ритайм менән тамамланды. Ауылыбыҙҙың аҡһаҡалдары, ағинәйҙәребеҙҙ район ветерандар советы етәксеһе Роза Рахимғоловаға һәм Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысовҡа оло рәхмәтен әйттеләр.
Категория: Больше-Арслангуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 659 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0