Главная » Файлы » Сельские клубы (А-В) » Больше-Арслангуловский СК» Ҡояш ғүмере теләйем әсәйем һиңә!

26.11.2016, 10:11

25 ноябрь Әбеш мәҙәниәт йортонда Ҙур Арыҫланғол, Бәләкәй Арыҫланғол, Үрнәк, Наҙарғол, Әбеш ауылдарының әсәйҙәрен саҡырып "Ҡояш ғүмере теләйем әсәйем һиңә" исемле байрам кисәһе үткәрҙек. Биләмә башлығы Т.М. Юнысов әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, етем балалар тәрбиәләп үҫтергән ҡатындарға бүләктәр тапшырҙы.

Концертта бөтәһе 50-нән ашыу кеше ҡатнашты: 7 йәшлек балалар баҡсаһы ҡыҙҙарынан алып 77 йәшлек Сәлимйән олатай Аминевҡа тиклем. Әсәйҙәр тураһында йырҙар, шиғырҙар башҡарылды.Әбеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары сәй табыны әҙерләп башҡа ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарға байрам сәйе эсерҙеләр.

Категория: Больше-Арслангуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 680 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0