Главная » Файлы » Сельские клубы (А-В) » Больше-Арслангуловский СК» Ҡаҙ өмәһе

12.11.2015, 07:33

Ҡаҙ өмәһе

 Йолаларыбыҙҙы ауылдаштар менән бергәләшеп күркәм итеп үткәреү маҡсатында12 ноябрь Оло Арыҫланғол ауылында “Ҡаҙ өмәһе” байрамын ойошторҙоҡ.

Ауылда иң күп ҡаҙ тотҡан, эшкә тырыш, уңған Миңзифа һәм Камил Кускилдиндар йортонда иртә менән әйткән һүҙҙе йыҡмаған ауылдаштар йыйылды. Йылына бер булған байрам, тырышлығыңдың емеше ул - ҡаҙ өмәһе. Ошо йолаға хас борондан ҡалған йырҙар, таҡмаҡ-әйтештәр менән һәр эш оҙатыла барҙы, уңған апайҙар-еңгәләр ҡулына күҙ эйәрмәне.

Йоланың тәртибен, эштең һәр мәлен аңлатып барыу өмәлә ҡатнашҡан йәш ҡыҙҙар, килендәр өсөн һабаҡ булды. Ҡаҙ итенең файҙаһы, уның майын да, мамығын да бәрәкәтле тотоноу тураһында күп файҙалы кәңәштәр ишетте йәштәр. Йылғаға төшөп, ҡаҙҙарҙы саф һыуҙа йыуғанда, ауыл урамдары йыр-моңға күмелде. «Эше барҙың - ашы бар», ти халыҡ.

Шулай ихата тултырып мал, ҡош-ҡорт тоторға дәртләнеп, киләһе йылдарҙа ла һуғым өмәләрен бергә-бергә үткәрергә насип булһын.

Категория: Больше-Арслангуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 809 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0