Главная » Файлы » Сельские клубы (А-В) » Акъюловский СК» Ҡымыҙ байрамы

27.11.2015, 07:01

Ҡымыҙ байрамы

Ҡымыҙ ул — бейә һөтөнән әҙерләнгән эсемлек. Һаулыҡ, дәрт һәм дауа биреүсе сихәтле, ҡарҙай ап-аҡ эсемлек ул ҡымыҙ.Ҡымыҙ — ул баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле аҙыҡ продукты ғына түгел, ә ысынлап та мөғжизәле үҙенсәлектәре булған эсемлек. Тиккә генә башҡорт далаларында уны иң яҡшы дауалау аҙығы тип һанамағандар.

Ҡымыҙҙың кеше организмына булған тәьҫире күп төрлө. Был эсемлек, башҡа дарыуҙарға ҡарағанда, тиҙ арала аппетитты яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡымыҙ нервы системаһына, йөрәккә ыңғай тәьҫир итә, тын алышын көйгә һала. Унда витаминдар, ферменттар, ә иң мөһиме — туберкулез һәм эсәк инфекцияһын тыуҙырыусы вирустар менән көрәшеүсе матдәләр бар. Ҡымыҙ еңмәгән сирҙәрҙе һанап бөтөүе лә ҡыйын. Ҡымыҙ, борондан килгәнсә, бик ябай ысул менән әҙерләнә. Бының өсөн ағас гөбө һәм оҙон таяҡтың осона беркетелгән яҫы ағастан эшләнгән болғатҡыс ҡулланалар.

Борон ҡымыҙҙы турһыҡта ла етештергәндәр. Турһыҡ эсенә эсемлекте болғатып торор өсөн көрәккә оҡшатып эшләнгән таяҡ тығып ҡуйғандар. Эсемлек әсеп сығыуға — ҡымыҙ ҙа әҙер. Тик был әле башы ғына. Ошолай әҙерләнгән ҡымыҙ кәмегән һайын, уға фәҡәт һөт өҫтәп торалар һәм эсемлек тамам әсеһен өсөн уны туҡтауһыҙ болғаталар. Ҡымыҙҙы ни тиклем күберәк һәм оҙағыраҡ болғатһаң, уның шул тиклем сифаты яҡшыра. Өҫтәп шуны әйтке килә: ҡымыҙҙың үҙенсәлеге шунда: ул бигерәк еңел эселә, күпме эсмә — ауырлыҡ килтермәй. Элек тә башҡорттар уның самаһын белмәгән. Урындарынан тормай, ойоп, йоҡоға талғансы һемергән. Ҡымыҙ туҡлыҡлы ла. Кешегә көс, ҡеүәт бирә, организмды, иммунитетты нығыта. Ҡайһы бер сирҙәргә, мәҫәлән, туберкулезға, айырым тәьҫир итеп кенә ҡалмай, ә тотош организмға файҙалы. Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ ҡына түгел, һаулыҡ та бар.

Аҡъюл ауылында бренд сараларҙын береһе- ҡымыҙ байрамы үткәрелде. Был байрам районда беренсе тапҡыр үткәрелә. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, сара ойоштороу, үткәрелеү йәһәтенән дә юғары кимәлдә үтте. Байрам ҡунаҡтарҙы башҡортобоҙҙон милли ризығы- ҡымыҙ, ағинәйҙәрҙен матур таҡмаҡтары, уларҙын таҡмағына дәртле итеп, өҙә баҫып бейегән Фазылйән ағай Ишемғоловтын сығыштары менән башланып китте.

Артабан байрам айырым бүлмәлә дауам итте. Бында ҡымыҙҙарҙын әсеһен дә, сөсөһен дә, ыҫланғанын да, шулай уҡ кәзә һөтөнән эшләнгәнен дә ауыҙ итергә мөмкин ине. Шунда уҡ ҡымыҙ эшләүсе ғаиләләр: Зөлфиә һәм талип Ишемғоловтарға, Мәреүәт һәм Әхәт Байғожиндарға арнап стенд та эшләнгән ине. Сараны асып, Аҡъюл ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Байғожина Мәреүәт, ин беренсе булып һүҙҙе урындағы хакимиәт башлығы буранбай Илбаковҡа бирҙе. Артабан ҡымыҙҙын үҙенсәлектәре, уны һауыу, эшкәртеү, унын шифаһы тураһында ҡымыҙ һауыу оҫтаһы Ишемғолова Зөлфиә һөйләп үтте.

Байрам йыр-мон, бейеүҙәр менән үрелеп барыуы байрамға тағы ла сағыулыҡ өҫтәне. Киләһе йылда был байрам ҙур итеп, кин яланда йәй көнө үткәреләсәк. Башланғысҡа нигеҙ һалынды. Әйтергә кәрәк, нигеҙ ныҡлы, тос итеп һалынды.

Байрамдан һәр кем: ойоштороусылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа, килгән ҡунаҡтар ҙа, тамашасылар ҙа бик ҙур ҡәнәғәтләнеү кисереп, күтәренке кәйеф менән, рәхәтләнеп ял итеп, бер-береһенә рәхмәт һүҙҙәре әйтешеп таралыштылар.

Категория: Акъюловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 1315 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0