Главная » Файлы » Сельские клубы (А-В) » Акъюловский СК» Күңелле йәй килде

14.06.2015, 14:13
Күңелле йәй килде


Июнь – балаларҙың көтөп алған каникулдың тәүге айы! Был мәлдә кемдәрҙер өйҙә, кемдәрҙер олатай-өләсәйҙәрендә, кемдәрҙер лагерҙарҙа ял итә! Ә бына Аҡъюл ауылы балалары 5 июнь көнө әсәләре менән берлектә Кәкүк сәйенә сыҡтылар. Урманға сығыр алдынан балаларҙың өй беренсә йөрөп байрамсылап сығыуы Аҡъюл ауылында йолаға әйләнеп бара. Ололар баларҙы яҡты сырай менән ҡаршы алып, сәй эсергә күстәнәс биреп, ҡайһылары үҙҙәре лә бергә ҡушылып йылға буйына юлланалар.
Күк йөҙө аяҙ, ҡояш йәлләмәй ергә йылыһын һибә. Бындай матур көндә төрлө-төрлө йырҙар йырлап, уйнағы ғына килеп тора. Клуб мөдире Гүзәл Байғужина уйындар әҙерләп алып килгәйне. Байрам уҙғарыласаҡ майҙансыҡты ла балалар төшөрөлгән карта буйлап эҙләп таптылар. Шулай уҡ балалар ҙур кинәнес менән тоҡ кейеп, көйәнтәләп, тал сыбығына атланып ярыштылар. Тәбиғәт ҡосағында тәмле сәйҙәр эсеп, йәй айҙарының матур үтеп китеүен теләп, тағы ла осрашырға һөйләшеп, матур тәьҫораттар алып барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралыштылар.

Категория: Акъюловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 688 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0