Главная » Файлы » Сельские клубы (А-В) » Акъюловский СК» Еңеү яҙы килде тыуған ергә

11.05.2016, 08:18
Еңеү яҙы килде тыуған ергә


Аҡьюл ауылы клубында 9 май көнө ауыл халҡын йөкмәткеле концерт номерҙары менән ҡотланылар. Иң тәүҙә Аҡъюл ауылы советы хаҡимиәте башлығы Илбәков Буранбай Ислам улы сығыш яһаны. Ул бына инде 71-се Еңеү яҙын ҡаршылауҙы, бындай ҡәһәрле һуғыштың башҡаса ҡабатланмауын теләне. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл ветерандарын иҫкә алып, улар хаҡына дан йырланды.
Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама.
Категория: Акъюловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 668 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0