Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Татыр-Узякский СДК» «Моң йөрәктә ярыла»

20.10.2017, 09:47

  5-се һәм 10-сыкласс уҡыусылары өсөн Татыр -Үҙәк ауыл китапханаһы, ауыл мәҙәниәт һарайы менән берлектә Назар Нәжми ижадына арналған «Моң йөрәктә ярыла» исемле матур дәрестән тыш сара ойошторҙо. Сара «Өфө йүкәләре»йыры менән асылды. Ауыл китапханасыһы Зөлхизә Ишкилдина шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры булыуын, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуын, төрлө гәзит – журналдарҙа эшләүен, талантлы драматург икәнен бәйен итте. Уҡыусыларға «шағир» һәм «табыр» һүҙҙәренән рифмалаштырып Назар Нәжмигә арнап шиғыр яҙырға эш бирелде. Варганов Александр менән Дәүләтбирҙина Земфираның шиғырҙары уңышлы килеп сыҡты. Шулай уҡ уҡыусылар «Тыуған яҡтың йырсыһы» исемле презентация һәм китап күргәҙмәһе менән дә танышты.

Категория: Татыр-Узякский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 397 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0