Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Степновский СДК» АЙГӨЛ" БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ ТАЛҠАН ТАРТЫУ ЙОЛАҺЫН ҠАРАНЫ.

24.05.2019, 13:34

 АЙГӨЛ" БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ ТАЛҠАН ТАРТЫУ ЙОЛАҺЫН ҠАРАНЫ.

 "Айгөл" балалар баҡсаһы һәр ваҡыттағыса килгән ҡунаҡтарҙа һоҡланыу тойғоһо уята, тирә-яғында таҙалыҡ, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, үҫентеләр... Бында тырыш хеҙмәткәрҙәр эшләгәне күҙгә ташланып тора.

 Степной ауыл мәҙәниәт йорто ағинәйҙәре был юлы ла кескәй дуҫтарына ҡыҙыҡлы осрашыу үткәрҙеләр. Сара урыны төҫлө таҫмалар менән матур итеп биҙәлгәйне. Байрамға ағылған балалар һәр нимәне ҡыҙыҡһынып тотоп ҡарайҙар.

 Алып барыусы байрамды асып, барыһын да тәбрикләп, һүҙҙе ауыл ағинәйе Миңзифа Юнысоваға тапшырҙы. Миңзифа Әйүп ҡыҙы талҡандың килеп сығыу тарихын, унан ниндәй ризыҡтар әҙерләнгәнен, һанап бөткөһөҙ файҙаһы хаҡында һөйләне.

 Нурия Таһирова бойҙайҙан талҡанды ҡул тирмәне менән тартыу йолаһын күрһәткәс, ҡыҙыҡһынған балалар ҙа ҡул тирмәнен тартып кинәнес кисерҙе. Үткәрелгән талҡанды йылы һыу, һары май менән болғатып, сарала ҡатнашҡан һәр кем ауыҙ итте. Өйҙән әҙерләп килтерелгән йомарсаҡтар ҙа кескәйҙәргә таратып бирелде.

 Сара йыр-моңға бай булды, игенселәргә һәм талҡанға бағышланған шиғыр юлдары менән үрелеп барҙы. Фатима Аҡылова, Әлимә Ҡәйепова, Яңылбикә Ҡунаҡасова сарала ҡатнашыусыларға күтәренке кәйеф бүләк иттеләр. Байрамдан һәр кем ҡәнәғәт булып таралыштылар.

   

 
Категория: Степновский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 27 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0