Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Ново-Зирганский СДК» «Берҙәм булайыҡ- бергә булайыҡ»

29.03.2018, 09:43

 29 марта яҙҙың моңһоу, һыуыҡ бер көнөндә, Яңы Ергән мәҙәниәт йортонда Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары «Берҙәм булайыҡ- бергә булайыҡ» концерт программаһы менән сығыш яһанылар. «Бүләк» ансамблендә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар оло булыуҙарына ҡарамаҫтан дәртлеләр. Үҙҙәре теккән сәхнә кейемдәре күҙҙең яуын алып торалар. Һәр сығыш үҙенең үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Бөгөнгө көндә ир-егеттәр сәхнәгә һирәк сығалар . Әбүбәкир ауылы «Ҡара юрға» вокаль һәм инструменталь ансамбле ир- егеттәренә, афарин, тип кенә әйтәһе килә. Оло йәштәге Хәсән ағай Билаловҡа «Мөхәббәт шишмәһе", "Ауыл көйө», Айнур Акилов «Туҡта ямғыр", "Юбиляр» йырҙарын оҫта башҡарыуҙары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Моңло тауышлы Динә Аҡназароваға, концерт программаһын алып барыусыға һәм дәртле бейеүҙәре менән сығыш яһаусы егеттәргә рәхмәтлебеҙ. «Бүләк» йыр һәм бейеү , «Ҡара юрға» вокаль ансамблдәре етәксеһе Әлфидә Ультраковаға ,музыкаль яҡтан биҙәүсе , тормош иптәше Ғәлимйән Ультраковҡа эшендә ижади уңыштар, һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Халыҡ менән ҡайнап йәшәүҙәренә, әүҙемле, бик бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләүҙәренә Яңы Ергән ауылы тамашасылары таң ҡалдылар. Яңы программа менән тағы ла көтөп ҡалабыҙ.

 

Категория: Ново-Зирганский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 84 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0