Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Юлбарсовский СДК» “Дарман” йыр-моң байрамы

11.03.2016, 09:33
“Дарман” йыр-моң байрамы


Юлбарыҫ ауылында “Ағинәйҙәр” клубы ойошмаһы, ветерандар һәм ҡатын - ҡыҙҙар советы әүҙем эшләй. Өс ойошманың етәкселәре Гөлсинә Ишмырҙа ҡыҙы Мәғәфүрова, Фәйрүзә Ғүмәр ҡыҙы һәм Лилиә Мирғәле ҡыҙы Таймасовалар ауылыбыҙ ҡатын – ҡыҙҙары өсөн “Дарман” йыр-моң байрамы ойошторҙо.
Ике командаға бүленеп исем, девиз, йыр һайланылар, ҡаршы команданы һәм тамашасыларҙы сәләмләнеләр. Тәүге бәйгенең шарты буйынса барыһын да оригиналь ҡотларға кәрәк ине. “Ҡыҙ бала” командаһы йырлап ҡотлаһа, “Һылыуҡайҙар” командаһы төрлө йырҙарҙан өҙөктәр килтереп ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләне. Артабан бәйгеселәр өсөн “Йырлы һорауҙарға – йырлы яуаптар” бәйгеһе иғлан ителде. Һигеҙ төрлө һорауға яуап тоттолар. Киләһе һынауҙа йырҙы дауам итеп ҡушылып йырланылар. Һәр конкурс концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бынан тыш ҡара-ҡаршы таҡмаҡтар әйтешеү һәм башҡа төрлө ҡыҙыҡлы бәйгеләр ойошторолдо.
Уйын тамам. Хөрмәтле жюри ағзалары уйында ике команданың көсө бер тигеҙ булыуын, дуҫлыҡ, татыулыҡ еңеүен иғлан итте. Байрам һуңында тәьҫораттар менән бүлешеп, йырлаша-бейешә сәй эстеләр. Барыһы ла был саранан ҡәнәғәт булып таралышты.
Категория: Юлбарсовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 770 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0