Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Юлбарсовский СДК» Батырҙар онотолмай

11.05.2015, 10:42
Батырҙар онотолмай


9 Май көнө Юлбарыҫ ауылында Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына арналған “Батырҙар онотолмай” исемле митинг үтте. Был сарала уҡыусылар, ауыл халҡы, шулай уҡ Һамар ауыл советынан Носова Д.Х., Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашҡан ауылдаштар саҡырылды.
Иң тәүҙә Һамар ауыл советы хеҙмәткәре Носова Д.Х., ветерандар советы рәйесе Иҫәнбаева Ф.Ғ. йыйылған халыҡты ошо оло байрам менән ҡотланы, башҡаса ундай ҡәһәрле һуғыштың ҡабатланмауын теләне. Артабан һүҙҙе ауыл старостаһы Байғужин Т.Н. һәм Афған һуғышы ветераны Таймасов Х.Ғ., Чечен һуғышында ҡатнашыусы Таймасов Д.Х. дауам итте. Уларҙың сығышы уҡыусыларҙың шиғырҙары менән һуғарылып барҙы.
Мәктәп уҡытыусыһы Байғужина М.Я. яугир ауылдаштарыбыҙҙы иҫкә алып, 66 кешенең ни бары 22-һенең генә иҫән ҡайтыуы тураһында һөйләне, яу яланында ятып ҡалған ауылдаштарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ауылдың муллаһы Таймасов Булат ағай яугир ауылдаштарыбыҙға аят бағышланы. Ә иинде венок һалыу һуғыш ветерандары Таймасов Х.Ғ., Таймасов Д.Х. һәм Вәхитов Ә.Р. иңенә төштө.
Митингтың икенсе өлөшө клубта дауам итте. Сығышты Таймасов Х.Ғ. уҙе ижад иткән шиғырҙарын һөйләп башлап ебәрҙе. Артабан тамашасылар ауыл һәүәҫкәр әртистәре тарафынан әҙерләнгән Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Һуңғы миҙал” спектаклен ҡараны. Сара күмәкләшеп сәй эсеү менән тамамланды.
Категория: Юлбарсовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 736 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0