Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Зәңгәр ут

12.01.2016, 07:32
Зәңгәр ут


Йәнтеш мәҙәниәт йортонда бына инде нисә йыл «Миләш» ҡатын-ҡыҙҙар вокалы коллективы, «Әхирәттәр» клубы, «Хазина» фольклор коллективы әүҙем эшләп килә. Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән барлыҡ сараларҙа, кисәләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Түңәрәктәргә йөрөгән ҡатын -ҡыҙҙарыбыҙ өсөн “Зәңгәр ут” исемле кисә үтте. Улар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, йыр һәм бейеүҙәр ойошторолдо. Яңы йылда күңелле ял итеп алыу барыһына ла бик оҡшаны. Үҙҙәре бешереп алып килгән мул ризыҡлы табын артында, яңы йылға изге теләктәрен еткерҙеләр, бер-береһен ҡотланылар.
Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 595 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/1